Һүгенеү
Күптәр телмәрҙәрен «дәрәжәлерәк» итер өсөн йәки һүҙҙәре етмәгәнгә күрә һүгенеү һүҙҙәрен ҡыҫтырып һөйләшә. Әлбиттә бөйөк урыҫ культураһының «матур» һүҙҙәрен ҡушып. Һүгенеү, ҡарғау, тиргәнеү, һуҡраныу, талашыу, бәхәсләшеү, буш һүҙҙәр һөйләү, әсе теллеләнеү, яманлап һөйләү, яла яғыу (злословить, язвить) һәм башҡаһы яңы үҫкән быуын ғәмәлендә, балаларҙың һәм хатта ололарҙың теленән төшмәй.
Үткән бер урыҫса ҡаты мәҡәләмдә «На меня донос» тигәнендә, был мулла ҡалай насар һүҙҙәр ҡулланды, тип уйлағанһығыҙҙыр. Насар һүҙҙәр ике төргә: оятһыҙ, әшәке, аҙғын йәки литература телмәрендәге әҙәби терминдарҙы ҡулланыуҙарға бүленә. Шуға ул яҙғанды бер яҡтан һүгенеү тип әйтеп булмай. Әхләкһеҙлек, тупаҫлылыҡ барҙа кеүек, әммә ошо әйтеүҙән сығып: кеше һүҙе кеше үлтерә тигән психологик аҙым, сөнки миңә зыян килтереүсенең үҙенә, репутацияһына һәм яҡын тирәһенә, унан ерәнһендәр өсөн тип, эшләнгән контр аҙым. Беҙҙенсә үс алыу, ашҡа аш, ташҡа таш менән ҡайтарыу, шундай уҡ яуап ҡайтарыу кеүектер. Ҡарғау сифатына ҡарайҙыр. Ҡарғау тураһында киләһе темаларҙа ҡараштырырбыҙ, иншаАллаһ.
فَمَنِ اعْتَدَى عَلَيْكُمْ فَاعْتَدُوا عَلَيْهِ بِمِثْلِ مَا اعْتَدَى عَلَيْكُمْ
Аллаһ Тәғәләнең «Әгәр берәр залим золом ( боҙоҡлоҡ) итһә, унан золом иткән хәтле үс алығыҙ» тигән аятты бар. Баҡара сүрәһе 194
Түрәлек вазифаларына таянған, уйнаш һымаҡ бер партиянан икенсеһенә һикергән, тоғролоғона, идеологияһына һатлыҡ булып, бер туҡтауһыҙ алдашыуҙарҙа ҡатнашҡан һәм минән үс алыу теләге менән судҡа биреп, төрмәгә ултыртам, тигән шайтани әҙәмгә ҡарата ҡаршы сығыу, Ислам динебеҙҙә тыйылмай һәм хупланған ғәмәл. Ул үҙебеҙҙән, мосолмандарҙандыр тиһәһегеҙ – ошо Иблис етәкселегендәге сәйәсәттә йәшәп, уны хуплаған әҙәм заты әллә ҡасан кафырға әйләгән инде.
Шуға ла һеҙҙә иртәнле-кисле: «ләә илләәһә илләлааһу Мөхәммәдүр Рәсүлүллааһ» тип әйтеп, иманығыҙҙы яңыртып тороғоҙ! Был Ислам нигеҙенә ҡоролған ил түгел! Аллаһҡа маҡтау һәм Пәйғәмбәргә, ғәләйһиссәләмгә, салауатты онотмағыҙ!
Ул мәҡәлә лә яңғыраған, мәҫәлән гнида һүҙҙе, бер яҡтан һүгенеү һымаҡ булһа ла, икенсе яҡтан ябай һүҙ. Гнида – ул беттең йомортҡаһы, (бетле баш) икенсе яҡтан боҙоҡ, яман, аҫтыртын, түбән кеше тигәнде аңлата. Башҡа ҡулланғандарын аңлатып тормайым, кәрәк булһа викисловарҙан ҡарағыҙ.
Шунан, беҙгә мосолман кешеләренә һүгенеү, был һүҙҙәрҙе ҡулланыу тыйыла, тип әйтерһеғеҙ. Әйе беҙҙе, мосолман диненә, ил сәйәсәтенә, йә башҡа дингә таянып һәр саҡ тыңлаулы, баҫалҡы, оялсан, тыйнаҡ, сабыр, күркәм холоҡлы, йомшаҡ һәм матур һүҙле, тәрбиәле, яҡшы һүҙле, татлы теле, мәрхәмәтле әҙәмдәр итеп, инде бер мал көтөүендәге эт һаҡлаған аңра һарыҡтар һымаҡ итеп үҫтерҙеләр.
Кемгә кәрәк булды һуң бындай баҫалҡы тоғролоҡ? Әлбиттә һеҙҙе тотоп, етәкләп тороусы партияларға, ил баштарына, тирандарға кәрәк. Һәм дин әһелдәре лә ошо сәйәсәткә таянып, ҡурҡыуҙарынан динлеләренә лә шул әҙәпте бирҙе. Әле лә мәсеттәрҙә 70 йәшлек имам 70 йәшлек бабайға әхләк-әҙәп, тәртипле булыу хаҡында вәғәҙҙәр һөйләй. Үлергә самалы көнө ҡалған, донъяның бар һынауын үткән кешене тәртипкә саҡыра. Бойһоноғоҙ, имамдар һеҙҙең башлыҡтар! Имамдар итеп чиновниктәр класында үрләтеп ебәрҙеләр һәм беҙ уларға, кәпәсебеҙҙе сисеп, баш эйергә тейешбеҙ.
Әй, наҙан мосолман, һин Аллаһының әмеренә (шәриғәтенә, сөннәгә, Ҡөръәнгә) таянаңмы, әллә уны, әмер һүҙҙен әмир (башлыҡ, имам) тип, алмаштырған әҙәменәме? Дөрөҫөндә имам тип, йәмәғәт намаҙын башҡарыуҙы етәкләгән мосолманға әйтәләр.
Шуға ла инде был донъяла үҙ ролен аңламаған халыҡ ҡурҡаҡтыр, түрәләрҙе Аллаһ урынына күрә, сөнки улар эш биреүселәр, уларҙың ҡушҡандарын үтәп төрлө алдашыуҙарға һәм иленә, халҡына ҡаршы хыянатҡа бара. Миҫалға: һайлауҙар, эштәрендә уҡытыусыларҙың һәм табибтарҙың ялған отчетары, чиновниктәрҙең юҡты бар-барҙы бар итеп, булғанын урлау, хакимлегенә таянып, кемделер ҡурҡытыу, үс алыу һәм башҡаһы. Халыҡ һәм үҙҙәрен мосолман тигәндәр ошо ялған, дәджәл донъяны ҡабул итә һәм шуның менән ҡәнәғәт, шулай булғас, ул кешене иманлы, тип әйтә, алаңмы?
Әлбиттә, Ҡөрьәндә махсус рәүештә әйтелгән хоҡуҡтарҙың береһе – мосолмандың намыҫына ҡағылмау. Бының бер күренеше булараҡ, ғәйбәт, яла яғыу, һүгеү ҡәтғи тыйыла. Ғәйбәт айырым мосолманға ялған бысраҡ ташлап, уның абруйын түбәнһәйтеүе арҡаһында тыйылһа ла, асылда дөрөҫ һүҙ булған ҡаты һүҙҙә тыйыла. Сөнки икеһе лә кешенең шәхесенә, намыҫына зыян килтерә. Күп хәҙистәрҙә ғәйбәттең ни тиклем ерәнгес булыуы, изге эштәрҙе юҡ итеүе хаҡында һүҙ бара. Мәҫәлән, Әс-Сәғиди, Аллаһ уға рәхмәтле булһын, былай тигән: «Ҡөҙрәтле Аллаһ беҙгә кешеләрҙең ҡысҡырып ғәйбәт һөйләүен яратмауын хәбәр итте. Ул быны нәфрәт итә һәм кешеләрҙе бының өсөн язалай.
Бына шулай тейешле аяттарҙа һәм хәҙистәрҙә мосолманға ҡарата ғәйбәт һөйләү, уны һүгеү асыҡтан-асыҡ хөкөм ителһә лә, «Ән-Ниса» сүрәһенең 148-се аятында, айырым осраҡ булараҡ, ғәҙелһеҙлек осрағында боҙоҡлоҡҡа ҡаршы ҡаты һүҙҙәр (һүгенеү) әйтергә мөмкинлек бирелә. Ҡайһы бер осраҡта был аятта ғәҙелһеҙ кеше тураһында, ул булмағанда йәки уның йөҙөнә ҡарап насар һүҙҙәр әйтергә мөмкинлек бирелә, хатта ҡарғауҙа рөхсәт.
Әгәр ҙә кемгәлер ғәҙелһеҙлек ҡылған, зыян килтергән кешенең ҡылған яуызлығын аңлатырға рөхсәт ителә икән, тимәк, һис шикһеҙ, шәхестән үтеп, ниндәйҙер төркөмгә йәки йәмғиәткә зыян килтергән кешенең золом һәм яуызлығын, шулай уҡ хәлен аңлатырға рөхсәт ителә. Аңлатмаһыҙ һүгенергә лә рөхсәт ителде. Ләкин унын яуызлығынан артырып, ғәйбәт, яла яғыу, көфөрлөк дәрәжәһенә тиклем кире һүҙҙәр һөйләү рөхсәт ителмәй». («Дийәнәт тәфсир», «Ҡөрьән юлы», II/132)
لَّا يُحِبُّ اللَّهُ الْجَهْرَ بِالسُّوءِ مِنَ الْقَوْلِ إِلَّا مَن ظُلِمَ وَكَانَ اللَّهُ سَمِيعًا عَلِيمًا
«Ләә йухиббү-ллааһуль-джәһра бис-сүү'и минәл-ҡаули илләә мәң ҙулимә үә кәәнә-ллааһу сәмииғән ғәлиимәә».
«Аллаһ яманлыҡ тураһында һүҙ таратҡанды яратмай, әгәр ул йәберләнгән кешенең үҙенән генә булмаһа. Ысынлап та, Аллаһ ишетеп, белеп тора!» Ниса сүрәһе (Ҡатындар): 148 аят.
«Аллах не любит, когда сквернословят все, кроме угнетенных. Воистину, Аллах – Слышащий, Знающий» (Под злословием подразумеваются все скверные слова, которые могут огорчить и опечалить человека. Это могут быть брань, клевета, оскорбления и тому подобные запрещенные высказывания, которые ненавистны Аллаху. Из смысла этого аята следует, что Аллаху нравятся прекрасные слова, такие как слова поминания Его или мягкие и добрые обращения. Но если с человеком поступили несправедливо, то ему разрешается проклинать своего обидчика, жаловаться на него и говорить об этом во всеуслышание при условии, что он не будет наговаривать на него, наносить ему оскорбления, превосходящие совершенную против него несправедливость, и обижать тех, кто не причинял ему зла).
Бөйөк ғалимыбыҙ Ризаэтдин ибн Фәхретдин «Һайланма хәҙистәр» хеҙмәтендә: «Яман һүҙ менән ҡысҡырып һөйләүҙе Аллаһ яратмай, мәгәр берәүгә хаҡһыҙ золом ҡылынһа, йәғни йәберләнеүсе сараһыҙ булып залимгә ҡаршы яман һүҙ әйтһә, гонаһ булмаҫ. Аллаһ һүҙҙәрҙе ишетеүсе, күңелдәрҙе белеүсе булды», Һайланма хәҙистәр йыйынтығы, 203 бит.
Араларығыҙҙа (мосолмандар араһында) кемделер насар эштәрен белеп, уны фашлау рөхсәт. “Кемгәлер ғәҙелһеҙлек ҡылынғаны асыҡланғас, ул ниндәй ғәҙелһеҙлек (яманлыҡ) кисергәнен һәм уға ҡарата ниндәй боҙоҡлоҡ эшләнгәнен аңлатырға һәм тейешле кешеләргә хәбәр итергә тейеш. Ғәмәлдә, асыҡ итеп, башҡаларға был был золомлоҡтар, боҙоҡлоҡтар тураһында хәбәр итеү.
Ә беҙҙең Иблис һәм Дәджәл йоғонтоһонда йәшәгән, үҙҙәрен мосолман итеп күрһәтергә тырышҡан шайтани-әҙәмдәр йәмғиәтен Аллаһ ҡарғай. Ысынын да, Аллаһ ҡушҡандарын үтәмәүселәрҙе, тыйғандан тыйылмаусыларҙы ҡарғай. Ҡоро шәһәдәт әйтеү менән улар ошо Аллаһ ләғнәтте аҫтында.
Хәсән Басри (ғәҙел көс) был өс кешегә ҡаршы һүҙ әйтеү ғәйбәт тип иҫәпләнмәй, ти. Былар: 1.Залим түрә-тиран. 2. Асыҡтан-асыҡ гонаһтар ҡылған гонаһлы, 3. Кешеләрҙе үҙе уйлап сығарған яңылыҡтарға саҡырған гонаһлы.
Бөйөк Аллаһы Тәғәлә ғәмәлдә булһынмы, һүҙҙәме, йәшерен йәки асыҡ күренгән яуызлыҡты яратмай. Ул яуызлыҡтың хатта һүҙ менән дә әйтелеүен теләмәй, яман эштәрҙә әйтеп тораһы ла юҡ. Яуызлыҡты иғлан иткәндә, һүҙ менән генә булһа ла аңлатҡанда, ундай кешегә илаһи асыу һәм яза төшә. Әммә йәберләнгән, ғәҙелһеҙ мөғәмәләгә дусар булған кеше был осраҡтан тыш, иҙелгән йәки хоҡуҡтары боҙолған кеше ҡысҡырырға, йәберләүсене ҡаты итеп һүгергә, уның яуыз эштәренә зарланырға, хатта насар һүҙҙәренә ҡарша шул уҡ һүҙҙәр менән яуап бирергә мөмкин тиелгән.
Боҙоҡлоҡ, яуызлыҡ, золом, тирания ҡылған шайтани-әҙәмгә ҡаршы беҙҙән бәддоға, Аллаһынан ләғнәт булһын тиеп, ошо әлеге «Ҡатындар» (Ниса) сүрәһендәге 148 аятты уҡып, уның йөҙөнә, йә иһә яғына өс йәки унан да күберәк өрөр кәрәк. Шулай итеп, уның яғынан зарар, зыян, ҡабаттан боҙоҡлоғо булмаһын өсөн.
Аллаһ залимдарҙы ләғнәт ҡылһын!
Ғәҙеллек яҡлап асыуланығыҙ! https://nazir1965.com/din/%d2%93%d3%99%d2%99ellek-ya%d2%a1lap-asyulany%d2%93y%d2%99.html