Ҡәһәрләнгән йәмғиәт
Бөгөн йәшәп ятҡан илебеҙҙең йәмғиәте генә түгел, ә бар донъя Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡәһәрләнә һәм шул арҡала ахыр замандың ауыр һынауҙарын елкәбеҙҙә татыр кәрәк икәнен бик күптәр төшөнмәй. Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръән аяттарында, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хәҙистәрендә аныҡ итеп, шул замандар килер, үҙҙәрен мосолман, иманлы итеп һанағандар Иблистең юлында булырҙар тиелә. Быға миҫал итеп, үҙ йәшәгән йәмғиәттәрен маҡтарҙар, тирандарына эйәрерҙәр тиелә.
Ысынында шулай, халҡына тура юл күрһәтер өсөн тәғәйләнгән имамдар, мөхтәсибтәр, мөфтийҙәр ил башында торған тирандарын хөрмәт итәләр. Аллаһ Тәғәлә, Мөхәммәд пәйғәмбәр алдашыуға, боҙоҡлоҡҡа, тиранияға ҡоролған йәмғиәтте хуплағыҙ тигәнме? Имамдарҙың, мөхтәсибтәрҙең ҡайһы берҙәре, наҙандарын әйтеп тормайым, беҙ йәшәп ятҡан социаль йәмғиәт ыңғайына йәшәргә тейешбеҙ тиҙәр. Ел ҡайһы яҡҡа иҫә, шул яҡҡа яраҡлашырға тейешбеҙ тиҙәр. Икенсе төрлө әйткәндә, динебеҙҙе үҫтерергә мөмкинлек бирәләр икән, ҡыҫмайҙар, иркенлектәбеҙ икән, ни эшләп ҡаршы сығырға?
Ахыр заманда, ил баштарында иң юнһеҙ, иң боҙоҡ дәүләт эшмәкәрҙәре торасаҡ тип күп әйтелә. Хатта Ҡөръән аяттарында ла Аллаһ Худ сүрәһенең 113 аятында:
وَلَا تَرْكَنُوا إِلَى الَّذِينَ ظَلَمُوا فَتَمَسَّكُمُ النَّارُ وَمَا لَكُم مِّن دُونِ اللَّهِ مِنْ أَوْلِيَاءَ ثُمَّ لَا تُنصَرُونَ
Не склоняйтесь на сторону беззаконников, дабы вас не коснулся Огонь. Нет у вас покровителей и помощников, кроме Аллаха, и тогда никто вам не окажет поддержки.
Золом (закон боҙоусыларға) ҡылыусыларға эйәрмәгеҙ, юғиһә һеҙгә ут ҡағылыр. Аллаһтан башҡа һеҙҙең яҡлаусығыҙ ҙа, ярҙамсығыҙ ҙа юҡ.
(Тәфсире: Ий, иман килтереп инаныусылар! Әгәр һеҙ залимдарға эйәрһәгеҙ, йәки уларҙың ғәҙелһеҙлек ҡылыҡтарын хуплаһағыҙ, йәки диндәге аҙашыуҙарына эйәрһәгеҙ, һеҙгә йәһәннәм уты. Ул ваҡытта Аллаһтың язаһынан һеҙҙе бер кем дә ҡотҡара алмаҫ. Әгәр ул яза килһә, һеҙҙе унан ҡотҡарыусы булмаҫ. Был аят — иман килтергән кешеләрҙе залимдарға эйәреүселәрҙе, уларҙың яман эштәрен хуплаусыларҙы, уларҙың ғәҙелһеҙ ҡараштарын һәм эштәрен хуплаусыларҙы аңғартыр өсөн. Әгәр ҙә залимдарға ҡаты яза вәғәҙә ителгән икән, ул саҡта залимдарҙың ахыры нисек булыр һуң? Йә, Аллаһ, беҙҙе залимдарҙан һәм золомдан һаҡла.
Хәҙистә: Уларҙы инҡар иткән һәм уларға ҡаршы көрәшкән кеше ҡотоласаҡ. Уларҙан алыҫ торған кеше именлек таба йәки хәүефһеҙлеккә яҡынлаша. Уларҙың донъяуи эштәрендә ҡатнашҡан һәм улар менән аралашҡан кешеләр — улар араһында булыусылар. (Камиус-Сагир, том 1, том 452).
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән аяттарында: Был — ут әһелдәре. Улар Раббының аяттарын инҡар итте, Уның рәсүлдәренә ҡаршы сыҡты һәм һәр баш күтәреүсе тәкәбберҙең (тирандың) әмеренә эйәрҙе. Улар был донъяла ла, Ҡиәмәт көнөндә лә ләғнәт менән һуҡтырылыр. Бел, Ғәд халҡы Раббыларына иман килтермәнеме? Һуд халҡы ла, Ғәд халҡы ла һәләк булды. (Худ, 11/59-60)
Был аяттарҙа Аллаһ, ҡайһы бер әҙәмдәрҙең Аллаһ Рәсүленә эйәрҙек, Ҡөръән аяттарын иңҡар итмәйбеҙ тиҙәр, шул ваҡытта ялған, алдаҡ, бурлыҡ, боҙоҡлоҡ, һуғыш ҡорған үҙ тирандарын хуплайҙар, уға эйәрәләр...
Был Ҡөръән Аяттары наҙан муллаларға ҡағыла, халыҡты күрәләтә тамуҡҡа алып барыусыларға. Киләсәктә тамуҡ эйәләре буласаҡ имамдарҙың намаҙҙары, ураҙалары ҡабул буламы ни, аҡты ҡаранан айыра белмәгәстәр? Етмәһә мәсет имамдары булып торалар.
Иң башта йәмғиәт һәм джәмәғәт тигән төшөнсәләрҙе аңлайыҡ. Кеше йәмғиәте со́циум тип атала, ҡыҫҡаса: урындағы халыҡтың берләшеп, социаль закондар ҡулланып, хөкүмәт төҙөү һәм уның башлығын һайлау.
Джамәғәт (ғәр. جماعة йәмғиәт, коллектив, община) мосолмандар төркөмөнөң Исламды бергәләп өйрәнеү, дини йолалар башҡарыу, үҙ-ара ярҙамлашыу, үҙ-ара даими аралашыу һәм башҡа маҡсаттар менән берләшеүе.
Беҙҙең мосолмандар «Әһлү-сөннә үәл-Джәмәғәт» тиҙәр. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм юлы. Был социаль йәмғиәткә ҡаршы Аллаһ юлында ғәҙелек һәм хаҡлыҡ өсөн йәнен бирергә әҙер булған мосолман берләшмәләре тора.
Аллаһ Хаҡ тигән исеменә ярашлы, Ғәҙел тигән исеменә ярашлы Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ тарафынан Ислам Джәмәғәте төҙөлә һәм Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм эшен, юлын дауам итеп дүрт тәҡүә сәхәбә: Әбү Бәкр, Ғүмәр ибн әль-Хаттаб, Усман ибн Ғаффан и Ғәли ибн ӘбҮ Талиб ошо берләшмәненең хәлифтәре була.
Был бер-береһен алмаштырып торған хәлифтәр эргәһенә Аллаһҡа инанған теләһә ниндәй кеше яҡынлаша алған. Хатта, риүәйәт буйынса, шулар араһынан бер әҙәм, ҡылысын хәҙрәт Ғүмәрҙең муйынына терәп: әгәр һин дөрөҫ юлдан тайпылһаң, бына ошо ҡылыс менән һине киҫәсәкмен, тип әйтә. Имам Ғүмәр уны ҡосаҡлай һәм бөтә мосолмандар ҙа шулай булырға тейеш, ти.
Артабанғы осорҙа, әлбиттә, быны күҙ алдына ла килтереп булмай, Ғәббәсид йәки Әмиәд осоронда, Әмиәд йәки Ғәббәси хәлифәләренә, йыртылған халат кейеп, бер мосолман кешеһе ҡылыстары менән килә алыр инеме?
Бына шулай улар тәүге хаҡ джәмәғәт юлынан яйлап тайпылып, үҙ закондарын индереп, көс менән башҡа илдәр яулай торғас, үҙҙәренә ҡаршы, Ислам диненә ҡаршы иң ҙур дошмандарын — римләндәр тигән Көнбайыш илен һәм Көнъяҡтан Сынғыҙхан, әббәсидтәр хәлифәтен туҙырған тәүге утыҙ Дәджәлдең араһынан сыҡҡан бәләкәй дәджәл сыға.
Шуға бөгөнгө мосолман диненә бер тырнаҡ яҡынлығы булмаған йәмғиәтте ғәҙел һәм хаҡ тип әйтә алаңмы? Бөгөнгө бөтә донъя Иблис системаһына, ен-шайтан партияһына ҡоролған. Хатта, һайлауҙарҙа муллалар, бының шайтан уйыны, алдау бара икәнен белеп, шунда барып аҙан ҡысҡырып, ялған юл менән килгән кандидатҡа тауыш бирәләр. Иблис ялсылары булған коммунистәргә лә ярарға тырышалар. Былар әле шул, Иблис һәм Дәджәлдәрҙең барлығын белмәй, ҡара наҙанлыҡта икәнен, Ислам юлынан быуындары менән тайғанын белмәйҙәр. Был йәмғиәт, партия, хөкүмәттәр менән килешеү – ул Иблис менән компромискә барыу ул. Шуға берҙән бер юл, Имам Мәһди хәҙрәтенә таяныу, уның тиҙерәк килеүен теләү, уның ғәскәренә ҡушылыу өсөн шуға ла мин һеҙгә метафизиканы аңлатам инде.
Һуғышҡа тиклем, мин үҙҙәрен ғалим тигән әҙәмдәргә, мөфтийҙәргә әҙерәк хөрмәт бар ине, улар был хөкүмәт системалары кешеләре – ялсылары булһа ла. Һуғышты яҡлап, улар ысын йөҙҙәрен күрһәттеләр. Ә бит күрше хөкүмәт мөфтийҙәре был һуғышты башлаусыны һәм уларҙың мөфтиәттәрен хупламанылар.
Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙә һәм уға тиклем булған бар пәйғәмбәрҙәрҙә ошо ер йөҙөнөн империяларына, уларҙың батшаларына, тирандарына ҡаршы көрәштеләр бит. Ә хәҙерге мосолмандар: донъябыҙ бөтөн, ашарға-эсергә бар тиеп боҙоҡлоҡҡа ҡоролған илде хуп күрәләр. Уларҙың бындай иманлығы Аллаһҡа кәрәкме? Һөрөлөп тамуҡҡа оҙатыла икәндәрен ҡасан аңларҙар икән? Имеш мосолман динен тараталар. Нисек инде ялғанға ҡоролған йәмғиәтте хуплап, дингә ынтылған халыҡты алдап, һуғышты яҡлап, шул тура юл тиергә була?
Имам тигән статус уйлап сығарып, дин башлыҡтары, дин рухаинәте, мөфтийҙәр, шейхуль-ислам тигән титулдар булдырып, бюрократия киңәйтеп һәм хөкүмәттең тоғро чиновниктәренә әйләнделәр. Динебеҙ буйынса имам тигән кеше – ул йәмәғәт намаҙын алып барыусы, ә мосолмандарҙы башҡа осраҡта ҡулында тотҡан командир – чиновник түгел.
Иблис ҡалай оҫта ҡуллана был рухани дин әһелдәрен. Икенсе Бөйөк Ватан һуғышына тиклем СССР-ҙа Ислам дин әһелдәре был Ленин һәм Сталин режимына ҡаршы булып, араларынан 40 мең мулла судһыҙ атыла. Ҡалғандары Себер йәки башҡа ергә коммунизм төҙөргә һөрөлә, Иблис системаһына ҡаршы торғандары өсөн. Ҡайҙа, берәй әүлиәнең Сталин, Ленин, Николай батшалар заманын маҡтағандары. Һуғыш барышында, еңелеүең аңлай башлаған Иблис ярҙамсыһы Сталин дин әһелдәрен үҙ яғына ауҙара.
Хәҙерге дин руханиләре бөгөнгө, әлеге бар боҙоҡлоҡҡа, ялғанға, тиранияға ҡоролған төҙөлөштөң боевой и политический отличниктәре. Ҡайҙа булды Иблис аҡтығы, Дәджәл тигән ен ҡороғоро? Әллә контрактары бөтөп, әллә отпуска алып, әллә Аллаһ Тәғәлә уларҙы ваҡытлыса, ошо мәлгә тыйып торҙомо? Муллалар, диванығыҙ аҫтында, йәки йәһүд һандуғасы һайраған телевизорығыҙ артында шулар күренмәйме? Әллә үҙегеҙ иблисунға әйләндегеҙҙә, уларҙы был донъяла уҙып киткәс, тегеләр ғәрлегенән һеҙҙе ҡалдырып киттеләрме?
Ислам, нигеҙҙә, донъя системаһына ҡаршы сыҡҡан дин. 1446 йыл элек донъяға килгәндән бирле ошо Аллаһҡа ант итеп: кешеләрҙе Хисап көнөнә тиклем аҙаштырам, тигән Иблискә ҡаршы сыҡҡан дин. Пәйғәмбәребеҙ Ибраһим донъя системаһына, Вавилонға, Ассирияға, ул ваҡытта хакимлыҡ иткән бөйөк империализмдың ул саҡтағы системаһына ҡаршы сыға. Муса пәйғәмбәр донъя системаһына, тиран булған, үҙең аллаһ иткән Фирғәүенгә ҡаршы сыға. Ғайса пәйғәмбәрҙә халыҡҡа буш ҡул менән килеп, иманға саҡырып, шул уҡ донъя системаһына ҡаршы сыға. Ә уның ҡаршы образы антихрист муллыҡ, байлыҡ, ризыҡ тотоп килә. Ғайса пәйғәмбәр Имам Мәһди хәҙрәт менән бергә ошо донъя боҙоҡлоғон емерә бит, тиҙҙән.
Әллә Рәсәйҙе ожмаҡтың бер мөйөшө итеп, һеҙҙең донъяғыҙҙы имен ҡалдырып, Башҡортостанды бәрәҡәт һәм именлек үҙәге итер тип, хыяланағыҙмы? Әйҙәгеҙ ана, апайҙарығыҙҙы тыңлағыҙ: Башҡортостан киләсәктә донъя үҙәге була, Ислам дине ҡалҡып, балҡып, бар ергә тараласаҡ урын тиеп, һеҙҙең ҡолаҡҡа һалма эләләр түгелме?
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә, шулай уҡ Византия һәм Ирандың донъя системаһына ҡаршы сығыш яһай, ул саҡтағы иң көслө илдәргә ҡаршы.
Ислам дине, Бер Аллаһыны ғына таныу маҡсатына таянып, ғәҙелһеҙлек системаһын емереү, донъя тарихының төп маҡсаты булып тора. Сөнки донъя тарихы менән көсләүселәр һәм тирандар идара итә, халыҡтан хәҡиҡәтте йәшереүсе әҙәми шайтандар ҡатламына таянып, халыҡтан хаҡлыҡты йәшереп, ябай кешеләрҙен тарихи тәғәйенләнешен тормошҡа ашырыуға ҡамасаулай.
Бына йәмғиәт тигән нәмәбеҙ, Иблис планы тарафынан төҙөлөп, кешелекте ҡоллоҡто тоторға, уның ваҡытын, көсөн эсплуатировать итергә, риба, кешене талаған банк системалары, донъя биржаларында спекулянтар ярҙамында хаҡтар менән уйнап, айырым шайтани әҙәмдәрҙе байыҡтырырға ҡоролған йүнәлеш. Бының башында торған етәкселәр тураһында Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә:
وَكَذَلِكَ جَعَلْنَا فِي كُلِّ قَرْيَةٍ أَكَابِرَ مُجْرِمِيهَا لِيَمْكُرُوا فِيهَا وَمَا يَمْكُرُونَ إِلَّا بِأَنفُسِهِمْ وَمَا يَشْعُرُونَ
Шулай итеп, Беҙ һәр ҡалала боҙоҡлоҡ (мәкер) ҡылһындар өсөн, гөнаһлы кешеләрҙе (башҡалар өҫтөнән) етәксе иттек. (Өҫтөнлөк биреп, һынар өсөн.) Улар (боҙоҡлоҡтары, мәкерҙәре менән) бары тик үҙҙәрен генә алдай, әммә шул турала үҙҙәре белмәй. Мал-тыуар сүрәһе, 123 аят.
Тәфсире: Шулай итеп, Беҙ һәр ҡаланың енәйәтселәрен, башлыҡтарын шунда мәкерлек ҡылһындар өсөн урынлаштырҙыҡ. Ләкин улар үҙҙәренә генә ҡаршы мәкерлек ҡылалар, ләкин һиҙмәйҙәр. Һәр бер ҡаланың дин әһелдәре һәм етәкселәре бар, улар бөтөнөһө лә гонаһлы һәм һәр төрлө яман эш ҡылыусылар. Улар кешеләрҙе алдап, һүҙҙәре һәм эштәре менән шайтан юлына саҡыралар һәм пәйғәмбәрҙәргә һәм уларҙың эйәргәндәренә ҡаршы һуғышырға саҡыралар. Улар хәйлә ҡорһалар ҙа, Аллаһыла хәйлә ҡора. Аллаһ хәйлә ҡороусыларҙың иң яҡшыһы. Аллаһ юлында булғандарҙы, ошо ейәнәтселәргә ҡаршы сыҡҡандарҙы, уларҙың ҡарарҙарын юҡҡа сығарыусыларҙы, Раббыһы өсөн һуғышҡандарҙы Аллаһ тура юлға күндерәсәк. Аллаһ улар менән, күҙҙәрен дә, аяҡтарын да нығыта, улар был маҡсатҡа ирешеү өсөн төрлө юлдар ҡуллана. Уларҙың бер-береһенә ҡаршы тороуҙары ике яҡтанда бер тигеҙ бара, әммә ахырҙа еңеү — хаҡ мосолмандар өсөн, сөнки Аллаһ Тәғәләгә булған тәҡүәлектәре менән барыбер еңәсәк.
Бар хөкүмәт нимә менән шөғөләнгәнең һеҙҙгә еткереп торалар бит, мәҫәлән Дворец Путина тигән видеофильмендә лә һәм башҡа информацион сараларҙа. Ана Хабиров бурҙары ла тотолоп тора. Киң билдәле, иноагент — журналист Караулов: Сит илдә генә байлыҡ урлап, ҡасып йөрөгән 20 Рәсәй губернаторы һәм министры бар ти. Шуларҙың берәүһе, элекке Силәбе губернаторы, ике тапҡыр Госдума депутаты Юревич, бер триллион долларға тиң булған аҡса урлай, ун биш йыл хөкүмәт аппаратында ултырып, хәҙер сит илдә типтереп йәшәй. Ә Британиялағы Король семьяһы 500 йыл эсендә бер миллиард аҡса эшләй алмаған.
Был бит, йоҡо белмәгән Иблистең уйыны бит. Рухи бушлыҡ булған кеше күңелендәге нимәгәлер мөрәжәғәт итә. Шул арҡала үҙҙәренә лидерҙәр барлыҡҡа килтерәләр.
Ни өсөн Наполеонды шул тиклем яраталар? Ни өсөн бөгөн Сталинды шул тиклем яраталар? Шул уҡ Гитлерҙе лә немец халҡы үҙҙенең идеалы итмәнеме? Бына видеола Төнъяҡ Корея диктаторын ас халҡы ҡалай яратта. Сөнки ул – кормилец, ризыҡ биреүсе.
Был Аллаһыҙ шайтани Корея тигәндәй. АҠШ президенты Трамп, кисәге Рәсәй самозванеценә Төнъяҡ Корея һалдаттарын Курск фронтынан сығарырға ҡушты. Рәсәйҙәрҙе 9 майҙа еңеү парады көтә ахыры. Тик кемде еңделәр һәм нимәгә өлгәштеләр? Баҫып алған ерҙәрҙе 2022 йылдың 24 феврале границаһына ҡайтарырға тигән Трамптың указы буласаҡ. Кемдәр Рәсәй менән етәкселек итә? Бына АҠШ-тың Трампы, креслоһына ултырғас 20 указ сығарҙы үҙ илен яҡтап. Беренсеһе ВОЗ-дан сығырға. Был Всемирная Организация Здравохранения “дошман» Англия иленән килеп, Рәсәй президентынанда һорап тормайынса теләгән ерҙә карантиндәр, учениялар үткәреп, прививкалар һалып, тик бер яҡҡа ғына юл булған «массовый эвакуация” эшләй ала. АҠШ –та һаулыҡ министр булып корановирус прививкаларына ҡаршы булға кеше торҙо. Ә беҙҙә әле һаман ковид паникаһы тыуҙырып, миллионлаған кешене үлтергән аҡ йөҙлө, йылмайыу белмәгән шайтан бисә тора.
Беҙҙең бөгөнгө системаның самозванец аҡтығын ни эшләп, үҙҙәрен хаҡ һанаған динлеләр ярата? Әллә ул уларҙың Аллаһымы? Бәлки ул бит бөтә донъя империяһына ҡаршы сыҡҡаны өсөндөр, үҙе лә шул боҙоҡ империя башлығы булараҡ. Ә ваҡытында бер нацист йәһүд сионистәре ҡарамағында булған бар илдәргә, шул иҫәптән Англияға, Францияға, Америка һәм СССР-ға ҡаршы сыға. Кемдәр һәм кем ярҙамында был әҙәми шайтандарҙы сакраль дәрәжәгә күтәрҙе?
Әй, мосолман ҡәрҙәш, Иблис системаһы булдырылған донъяла йәшәп, Дәджәлдең ҡармағына эләккәнеңде аңларға ваҡыт. Был золом донъяһы ыңғайына, уның еле ыңғайы тормош көтөп, бар булған хәлдәрҙе хуплап, кеше үлтереүҙе батырлыҡҡа һанап, күпселектә булған йәмғиәткә эйәреп, Раббы хаҡына ҡылған ғибәҙҙәттәрен ҡабул булырмы? Фекерләргә һәм аңларға ваҡыт, ике йөҙлөлөк күрһәтеп, көфөрлөккә төшкәненде.
Хатта, насараниләрҙең боронғо изге аҡһаҡалдары: дин күтәрелер, соборҙар төҙөлөр, дини мәктәптәр асылыр, тигәндәр, әммә оҙаҡҡа түгел. Ни эшләп икән ә? Иблис ҡорған тоҙаҡты Аллаһ емерә түгелме? Рәсәй христиан дини тарихына килһәк: Петр беренсе, поптарҙың һаҡалдарын ҡырҡып, уларҙан көлөп, язалап, дин әһелдәрен ҡыра. Көнбайыштан масондар ритуалдарын индереп, шайтан ярҙамсыһы булып китә. Рәсәйҙә ике йөҙ йыл буйы Собор йыйыны үткәреү тыйылып, патриарх Всей Руси һайланмай, шулай уҡ башҡа дини эштәр тыйыла. Был хәл Николай икенсе үлгәнгә тиклем дауам итә һәм бына һиңә мә: ошо Николай икенсе, христиандарҙың изгеһенә, бөгөнгө поптарҙың еңел ҡулы менән әйләнә.
Ана шулай, Иблис тамағыҙҙы туйҙырып, донъяғыҙҙы күтәреп, һәр саҡ кемгә баш эйергә икәнең онотормай. Әүлиәбеҙ әйтмешләй, һирәктәр генә хаҡ юлда. Ҡалғандарына тамуҡ, шуның өсөндә был нәфсе тормошо һынау, Аллаһының, барыһы ла мосолман булырға тейеш тигән күрһәтмә-указы юҡ. Донъя Ислам диненә үҙенән үҙе күсер тигән нәмә юҡ. Бер Аллаһының ғына ҡөҙрәте менән Ер һелкенеп, миллиондап, миллиард кеше үлеп кенә, ҡалған бер ни тиклеһе генә Аллаһ тиер.