Хызыр — Ильяс

                                                            Хызыр — Ильяс
     Халыҡ хәтерендә Хызыр-Ильяс
     Атеистик совет заманы осоронда фольклорсыларға дини тематикаға ҡағылышлы материалдар йыйыу тыйылғанлыҡтан, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге архивында был темаға бәйле сығанаҡтар юҡ кимәлендә. Һуңғы ун йылда дингә ҡараш үҙгәреүе һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан фольклор экспедициялары тергеҙелеү сәбәпле, халыҡ ижадын, шул рәттән Исламға бәйле төрлө жанрҙар: легенда риүәйәттәр, мөнәжәттәр күпләп туплана башланды. Уларҙа дин, пәйғәмбәрҙәр тарихы, фәрештәләр, әүлиәләр, мөғжизәләр, изге шишмәләр һ.б. хаҡында бәйән ителә. Был мәҡәләбеҙ башҡорттар араһында йыш иҫкә алынған Хызыр-Ильясҡа бағышлана. 1998 – 2011 йылдар ара лығында Башҡортостандың күп райондарында һәм күрше өлкәләрҙә Хызыр-Ильяс тураһында бер-береһенә сюжеттары менән оҡшаш байтаҡ риүәйәттәр яҙып алырға тура килде.
     Хызыр-Ильяс образы – Ислам донъяһында киң билдәле. Уның хаҡында төрки ғалимдар байтаҡ ғилми хеҙмәттәр яҙған, Интернет селтәрендә лә материалдар бихисап. Беҙҙең башҡорт фольклористикаһында иһә был тема ғалимдарыбыҙ иғтибарынан ситтә ҡала килә.

     Башҡорттарҙа Хызыр-Ильяс бер фәрештә исеме тип ҡабул ителә, ә дин тарихын да иһә ул фәрештә түгел, ә айырым ике кеше. Ильястың пәйғәмбәр булыуы билдәле, ә Хызыр – пәйғәмбәр йәки әүлиә булған, тигән төшөнсә йәшәй. Ильясты мосолмандарҙа – “Ильяс пәйғәмбәр”, христиандарҙа – “Пророк Илья” тип йөрөтәләр. Халыҡ аңында Хызыр-Ильяс – юлсыларға ярҙамсы, иген үҫтереүсе, ризыҡ биреүсе фәрештә булараҡ танылған. Шуға ла, йыш ҡына: “Хызыр-Ильяс юлдаш булһын!” – тип оҙатып ҡалалар. Хызыр0Ильясты осратҡан кеше – бәхетле була, тигән ышаныу ҙа бар халыҡта. Уны йәшел сапанлы, аҡ сәлләле, аҡ һаҡаллы, йәшел таяҡлы ҡарт итеп һүрәтләйҙәр. Ҡайһы бер осраҡта, ул яратмаған
кешең, насар ғына кейемле кеше сүрәтендә лә булыуы ихтимал. Хызыр-Ильясҡа бәйле риүәйәттәрҙә: ул өҫтәл артына ултырһа ла ашамай, кешеләрҙең уйын белә, йорттарға доға уҡып сыға һәм уның теләктәре ҡабул була. Шулай уҡ ул кешеләргә ҡыйын ваҡытта юлдарында тап булып ярҙам итә йә һынау өсөн өйҙәренә килеп инә, харамдан тыя, бәлә-ҡаза булыр алдынан иҫкәртә лә. Был риүәйәттәр барыһы ла ниндәйҙер ырым-ышаныу, тыйыуҙар менән оҙатыла бара.
     Хызыр-Ильяс кешеләрҙе һынау өсөн өйҙәренә килеп кергән ваҡытта уны мотлаҡ ихлас ҡабул итергә, ризыҡ тәҡдим итергә йә хәйер бирергә кәрәк. Сөнки халҡыбыҙҙа “Көтөлмәгән ҡунаҡ – Аллаһы Тәғәләнең ҡунағы”, “Юлсы, мосафир кешенең доғаһы ҡабул була” тигән ышаныуҙар бар. Шулай уҡ динебеҙ буйынсала күрше-тирә, халыҡ менән татыу булып, ярҙамлашып йәшәргә тейешбеҙ, харамдан йыраҡ булырға, тыйылған эштәрҙән тыйылырға кәрәк. Мәҫәлән, ауылдарҙа “Йома көн кер йыуырға ярамай, бысраҡ һыу түгергә ярамай” ти гән тыйыу киң таралған. Сөнки йома – мосолмандарҙың байрамы, иң мөбәрәк, изге көнө иҫәпләнә. Шуға ла, мосолмандарҙы ярамаған эштәрҙән иҫкәртеп Хызыр-Ильяс йөрөй, имеш, тиҙәр.
     Беҙ журнал уҡыусыларына төрлө райондарҙа беҙҙең тарафтан яҙылып алынған Хызыр-Ильяс тураһында риүәйәттәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
     1. Өйгә Хызыр-Ильяс кереүе
     2005 йылда Һарытау өлкәһе Перелюб районы Күсәбай ауылы Искәндәрова Миңлевафа Яҡуп ҡыҙынан (1933 йылғы).
     Инәйем һөйләй, зыярат яғынан бер алама ғына кейенгән кеше килеп керҙе, ти. Икмәк һораны, бирҙем, ти. Сыҡһам, икмәкте күтәрмәлә ҡалдырып киткән. Шунан белдем Хызыр-Ильяс булғанын, ти. Хызыр-Ильяс ҡайсаҡ иң яратмаған кешең ҡиәфәтендә лә килә икән.
      Тағы ла бер хәл булған. Магазинға берәү йүгереп килеп кергән:
     – Тиҙ бул, икмәк бир! Ана, ҡаза килеп ултыра, хәҙер һәләк булаһың, – тип әйткән. Был һаман тора, ти. Шунан, биргән икән, теге икмәкте өҫкә алып бәргән. Икмәк ҡазаны күтәрә, ти. Икмәк – иң ҙур хәйер икән.
     2. Хызыр-Ильясҡа икмәк биреү
     2005 йылда Һарытау өлкәһе Пугачев районы Мәҡсүт ауылы Яҡупова Өмөтбикә Хәйрулла ҡыҙынан (1926 й.).
     Фазих тигән кешенең ҡатыны кер йыуып ятҡан. Бер кеше килеп кергән, икмәк һораған, ти. Йылы, бешкән икмәген биреп сығарған хужабикә. Бер аҙ торғас, ҡатын: “Керемде урлап китмәһен!” – тип артынан сыҡһа, теге юҡ, ти. Ул кире керһә, икмәге өйҙә ята икән. Шунан аңлаған кем кергәнен. Аҙаҡ улар ғүмер буйы аш-һыуға бай булдылар, ә шул “керемде урлап китмәһен!” тип насар уйлағаны өсөн әйбергә бер ваҡытта ла ялсыманылар (йәлсемәнеләр).
     3. Хызыр-Ильяс менән осрашыу
     2004 йылда Тәтешле районы Шулған ауылы Хисмәтова Лутфиә Әбүталиб ҡыҙынан (1915 й.).
     Хызыр-Ильясты мин үҙем күрҙем. Оло тауға бара инем, ныҡ арыным. Артҡа боролоп ҡараһам, ике ҡатын килә. Уларҙы көтөп ятып торҙом. Шунда оҙон, аҡ башлы йәшел таяҡҡа таянған, йәшел сапан кейгән бабай күренде:
     – Балам, тор! Быйыл һиңә ҡаза килер. Икмәккә май яғып, юғары ергә ҡуй! Эт ашамаһын, ҡарға-ҡоҙғон ашаһын, улар ризығына яҙһын, – тине.
    Үҙем менән булған майлы икмәкте тау башына мендереп, ҡалдырып киттем.
     Икенсеһендә Тәтешленән ҡайтып киләм. Ҡояш байығанда оло урмандан сығып килә инем. Үҙен күрмәнем, янда кемдер бар икәне тойола. Япраҡтар ҡыштырлап, еле менән эргәнән килә.
      – Ҡурҡма, балам, ҡурҡма, йөрәгеңә таян, Аллаңа ышан, бер нәмә лә булмаҫ! – тине.
     4. Хызыр-Ильястың киҫәтеүе
     2004 йылда Свердловск өлкәһе Түбәнге Серге районы Үрмәкәй ауылы Хәмбәлов Мәндияр Хәмбәл улынан (1924 й.).
     Ҡәйнәм Хызыр-Ильясты күргән. Элек аслыҡ саҡта бер урында күп кенә бойҙай тапҡан. Мөшәгенә (тоҡ) тултырып алған. Шунда бер ҡарт килеп сыҡҡан. Ҡәйнәм уға:
     – Бына бынан һин дә тултырып ал, етә бит, – тигән. Ҡарт:
      – Мин арыраҡтан тултырып алырмын, – тигән. Шунан, ҡарт:
     – Һин тултыраһың да ул, тик ризығыңа яҙмаясаҡ бит, – тигән.
      Ҡарсыҡ йылға аша сығып барғанда бата яҙған. Ағып киткәндә ҡулындағы игенен ысҡындырған. Үҙе ярға саҡ килеп сыҡҡан.
     5. Хызыр-Ильястың күренеүе
     2004 йылда Свердловск өлкәһе Түбәнге Серге районы Өфө/Шигере ауылы Мөзипова Кәшифә Мансур ҡыҙынан (1938 й.).
      Шөкүр ауылынан Ғашиға әбей бар ине. Шарамбыға килен булып төшөп, шунда йәшәне. Ул уҡына, өшкөрә ине, доғалары кешеләргә бик килешә ине. Кем кил һә лә, үҙенең ашарына булмаһа ла, сәй эсереп сығарыр ине. Шул миңә һөйләне.
     Был бер ваҡыт йоҡа (йәймә) бешереп торған. Быға Хызыр-Ильяс килеп кергән. Бергә ултырып өйгә доға уҡығандар. Уға хәйер итеп ошо йоҡаһын биргән. Ғашиға әбей артынан сыҡһа, ҡайҙан сыҡты икәнен ҡарайым тип, йоҡаһы ята, ҡарт юҡ, ти.
     Икенсе тапҡыр шулай булған. Ҡарсыҡ һуғыш ваҡытында урамда сикүшкә (араҡы) тапҡан. Шуны аҙыҡҡа алмаштырып алырмын тип, урыҫ ауылы Михайловкаға китеп барған. Урыҫ ҡәберлегенән йәшел сапан, сәллә кейгән бабай килеп сыҡҡан да:
     – Һинең ҡулыңда харам, ул һиңә килешмәй. Бар ҡайт! – тигән. Шунан ул кире ҡайтҡан.
      6. Сүлдә Хызыр-Ильястың осрауы
      2008 йылда Балтас районы Түбәнге Ханһөйәр ауылы Заирова Саимә Ғатин ҡыҙынан (1931 й.).
     Минең малай Ҡаҙағстанда йәшәне бит. Ул унда Хызыр-Ильясты күргән. Сүллектә машина менән китеп барһа, юлда бер ап-аҡ бабай тора икән. Шуны ултыртып алдым, һөйләшеп барҙыҡ, ти. Бер ерҙә төшөрөргә ҡушты, мине шунда төшөр, тип әйтте. Төшөрҙөм, һаубуллашты, ти. Унан ҡарайым, юҡ булды, ти. Аптырағас, машинанан төшөп ҡараным. Тирә-яҡта сүллек, юл да юҡ, бер нәмә лә, бер кем дә юҡ, ти.
     7. Хызыр-Ильястың килеүе
     2005 йылда Һамар өлкәһе Глушицкий районы Ташбулат ауылы Мусина Зәйтүнә Әбхәлим ҡыҙынан (1924 й.).
     Бер ҡарсыҡ Һамарҙа йәшәй. (Минең инәйемдең инәһе менән уның инәһе бер туғандар.) Шул ҡарсыҡҡа Хызыр-Ильяс килгән. Йәшел таяҡҡа таянған, йәшел сапан кейгән, ти. “Һин кешеләрҙе дауалаусы, ҡараусы булырһың”, – тигән, бер китап биреп киткән. Шул ҡарсыҡ аҙаҡ кешеләрҙе дауалап ултырған. “Яман уй менән килгән кешегә китап асылмай”, – ти
ине.
     8. Хызыр-Ильяс
     2005 йылда Һарытау өлкәһе Перелюб районы Ҡатай (Күсембәт) ауылы Ибраһимов Ғәбдрәүеф Ғәбдрәҡиб улынан (1934 й.).
     Инәйем һөйләй ине. Ҡыпсаҡта йәшәгәндә, ишек асылып, берәү килеп кергәйне. Атайым:
     – Кем ул? – тип ҡысҡырғас, теге сығып киткән. Хызыр-Ильяс булғандыр, тип уйланыҡ. Хызыр-Ильяс кергәндә усаҡ алдында мотлаҡ ҡомған менән һыу булырға тейеш. Ул тәһәрәт алып сығып китә икән.
     9. Хызыр-Ильяс тыйыуы
    2005 йылда Яңауыл районы Әхтиял ауылы Ғарифуллина Зинира Ниғмәтйән ҡыҙынан (1931 й.).
     Күп йылдар элек Нурислам тигән кеше булған. Ул Иннек буйында, зыярат эргәһендә ат менән ер һөргән. Бер ваҡыт шулай зыяратты уратып, эсенә керә биреп һөргәндә, йәшел таяҡ тотҡан, башына сәллә ураған бабай килеп сыҡҡан да:
     – Был ерҙе һөрөргә ярамай бит, улым, бында мәрхүмдәр ята, – тигән.
     Нурислам уның ҡайҙа кереп киткәнен дә күрмәгән. Шунан Нурислам сирләп йығылған да оҙаҡ та ятмаған, үлгән.
      10. Хызыр-Ильяс юлы
     2005 йылда Яңауыл районы Йөҙсуҡа ауылы Баһауетдинов Ғабдулхай Бахауетдин улынан (1927 й.).
     Кәримов Сәғит абый баҫыуҙа, бураҙнала йоҡлап киткән. Бер аҡ бабай уятты ла әйтте, ти:
     – Улым, юлға ултырғанһың, күсеп ултыр!
     Шул Хызыр-Ильяс булғандыр, уның юлы шул бураҙнанан, ти бит.
     Ҡәйнәм һөйләй ине, юл буйында аҡтан кейенгән бабай осрай ине, тип.
      11. Шакирйән көрәшсе
     2003 йылда Ҡыйғы районы Сутыш ауылы Камалова Сайма Абдулйән ҡыҙынан (1935 й.).
     Шакирйән исемле көрәшсе бар ине. Бик данлыҡлы, гел еңеп йөрөгән. Бер көрәштә еңгәндә уға теген машинаһы бүләк итәләр. Златоуст ҡалаһында ла көрәшеп еңә. Шунда бер ҡарт килеп, арҡаһынан һөйөп:
     – Хәҙер генә ғүмереңде 10 йылға ҡыҫҡарттың (40 йылға тигәнме),– тигән. Хызыр-Ильяс булғандыр, күрәһең. Шакирйән боролоп ҡараһа – ҡарт күҙҙән юғалған. Халыҡ араһынан эҙләһә лә, ул ҡартты тапмай. Шунан күп тә үтмәй, һуғышҡа китә, оҙаҡ та тормай, Шакирйән үлә.
     12. Йома көн
     2003 йылда Ҡыйғы районы Сутыш ауылы Камалова Сайма Абдулйән ҡыҙынан (1935 й.).
     Ҡәҙерауыл ауылында Әсмә әбей йәшәй ине. Йома көндө кер йыуып йөрөгән. Шул ваҡыт бер ҡарт килеп кергән:
     – Ҡыҙым, һыу эсер әле, тамағым кипте, – тигән. Тегенең самауыры ҡайнап ултырған булған.
     – Минең ваҡытым юҡ, бушамайым, кер йыуам, – тип сәй эсермәгән.
          Бабай:
     – Киләһе аҙнала был ваҡытта булмаҫһың, – тип сығып киткән.
     Был иҫенә килеп, бабайҙың Хызыр-Ильяс икәненә төшөнөп, артынан йүгереп сыҡһа, бабай юҡ, ти. Икенсе аҙнала был, ысынлап та, мәрхүм булған.
     13. Йома көнө Хызыр-Ильястың килеүе
     2006 йылда Борай районы Иҫке Бикмәт ауылы Ҡасимова Орҡоя Шәрәфей ҡыҙынан (1932 й.).
     Берәүҙәргә бер ҡарт килеп кергән, ти. Был кешенең ҡыҙы иҙән йыуып йөрөгән. Был ҡарт әйткән:
     – Бөгөн йома көн бит, – тип. Ҡыҙ:
    – Эй, бабай, йома көндө ҡара һыйыр ашаған бит, – тип әйткән.
      Шунан был ҡарт сығып киткәс, теге ҡыҙ ҡара һыйырға әйләнгән, ти.
     14. Хызыр-Ильяс уятҡан
     2007 йылда Асҡын районы Әмир ауылы Сәйетова Фәнзифә Имай ҡыҙынан (1931 й.).
     Минең ҡартым Яруллин Ниғмәтулла Ҡыҙылбайҙа аттар көткәндә йоҡлап киткән. Шунда берәү: «Улым, тор! Ауыҙыңа йылан керә», – тигән.
     Тороп ҡараһа, бер кем дә юҡ икән, ә ун метр йыраҡлыҡта йылан килә, ти.
     15. Хызыр-Ильяс кергән
     2007 йылда Асҡын районы Иҫке Ҡушкилде ауылы Фазинурова Ғәйникамал Фазинур ҡыҙынан (1935 й., Әмир ауылынан килен булып төшкән).
     Беҙҙең килен, Шәһримандың ҡатыны, Хызыр0Ильясты күргән. Бер аҡ һаҡаллы, аҡ еләнле бабай килеп кергән.
     – Ултыр, бабай, хәҙер самауыр ҡуям, – тип әйткән. Теге бабай ултырып доға ҡылған. Был самауыр ҡуям тип боролғансы, бабай юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы, ти.
     16. Ярҙам
     2007 йылда Асҡын районы Үршиҙе ауылы Сәләмова Фатима Зәйнетдин ҡыҙынан (1928 й., Кубияҙ ауылынан килен булып төшкән).
     Низаметдин бабайҙың Хәтимәһе бар бит. Ул яңғыҙ ҡатын. Шул һөйләне: “Бесән һалырға хәл юҡ, илайым. Эй, Аллаһ, бесән һалырға хәлем дә юҡ, ямғыр ҙа килә, кипкән бесән һыулана бит. Нишләйем инде, тип. Шунан бер ир килеп сыҡты ла бесәнемде һалышты ла юҡ та булды”. Ярҙамға Аллаһы Тәғәлә Хызыр0Ильясты ебәргән булғандыр, ти халыҡ.
     17. Йосоп олатайҙың Хызыр-Ильясты күреүе
     1997 йылда Салауат районы Мөсәт ауылы Ғайсин Фәсхетдин Шәмсетдин улынан (1935 й.).
     Йосоп олатай төбәктә бозор аулаған. Ауға эләккән ҡошто, “тиҙерәк булһын” тип, муйынын бора ла ҡултыҡ аҫтына тыға икән. Бер көндө лә шулай итеп торғанда, кемдер килеп ҡулбашына ҡулын һалған, боролһа – аҡ сәлләле, йәшел сапан кейгән бабай тора, ти.
     – Йосоп, ниңә улай итәһең? Һиңә бит харам. Улай ҡошто интектереп башын борма! Һәр береһен сал! – тигән дә юҡ булған. Шул көндө Йосоп олатайға йөҙләп ҡош эләккән. Шул хәлдән һуң ул улай эшләмәгән, һәр береһен һуйып алған.
     18. Хызыр-Ильяс тыйҙы
     2004 йылда Әлшәй районы Ғәйниямаҡ ауылы Шакирова Рәмзиә Хәйҙәрғәле ҡыҙынан (1938 й.).
Мин йәш саҡта бик йырлай инем, “артист булам” тип хыялландым. Көн дә, радионан йыр отһам, йырлап йөрөнөм. Мине “Һандуғасыбыҙ” тиҙәр ине. Мин йырлағанда бөтә кеше илай ине. Хәҙер йырламайым.
     1976 йылды инәкәйҙәргә барған инек, Светлана исемле әхирәтем менән төнөн йырлап ҡайттыҡ. Әхирәтемде туғандарына керетеп ебәрҙем дә яңғыҙ ҡайтып киттем. Шунан бер ерҙә ҡаршыма таяҡ тотҡан, оҙон аҡ һаҡаллы, аҡ бабай килеп сыҡты ла:
     – Балам, төнөн йырлама! Йырлап ҡына ғүмерең үтте бит (ә Аллаһты иҫеңә лә төшөрмәйһең мәғәнәһендә – Ф.Ғ.), – тине.
     Икенсе көн Бибинур әбейгә барып һөйләгән инем, ул: “Һиңә Хызыр-Ильяс осраған. Ул дөрөҫ әйткән. Бүтән йырлама!” – тине.
     Шунан алып хәҙер һис йырлағым килмәй, йырламайым да. Ҡай саҡ мөнәжәттәр генә әйтәм. Көйлө кеше – ҡайғылы була, ти бит. Ысынлап та, минең ғүмерем бик ҡайғылы үтте.
     19. Фазиланың Хызыр-Ильясты күреүе
     2009 йылда Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Баязит ауылы Закирова Сәлимә Сәйғәфәр ҡыҙынан (1927 й.).
     Алабағата ауылынан килгән Фазила менән Рабиға ҡарсыҡтар беҙҙең Баязит зыяратына барған. Ул ҡарсыҡтар эшкә китеп ултырған, тәпке тотоп. Рабиға ҡарсыҡ зыяратҡа кереп, ғаиләһенә аят уҡый башлаған. Фазила ҡарсыҡ: “Тәпкегә таянып юл ситендә тороп ҡалдым”, – тип әйтә.
     Шунда Фазила ҡарсыҡ менән Хызыр-Ильяс килеп күрешкән, ҡулы йомшаҡ ҡына, ти. Сәллә кейгән, ҡулына таяҡ тотҡан, аҡтан кейенгән, ти.
     – Үәт рәхмәт, зыяратҡа кермәнең. Иптәшеңә әйт, бүтән зыяратҡа кереп аят уҡымаһын! Ҡатын-ҡыҙға зыяратҡа кереп аят уҡырға ярамай! Зыяраттың тыш яғынан уҡыһын, юлдың теге яғында тороп, – тигән.
                                           Фәнирә ҒАЙСИНА, ғилми хеҙмәткәр. Ағиҙел журналы, май, 2012 йыл.