Мәрткә китеү

                                                   Мәрткә китеү
     Мәрткә китеү медицина телендә летаргик йоҡо, тип атала ул. Летаргик грек һүҙе, иҫһеҙ-һушһыҙ булыу тигәнде аңлата. Табиптар мәрткә китеү ул кешенең үҙенсәнлекле ауырыуы тиҙәр, ләкин аныҡ аңлата алмайҙар. Уның йоҡлаймы, үлгәнме икәнен асыҡлау ауыр. Ул ҡыбырҙамай. Тирә-яҡ йоғонтоларға реакция белдермәй. Семтеһәң дә, һелкетһәң дә, хәрәкәтһеҙ, йөрәге туҡтаған, тын алыу алыуы беленмәй. Летаргик йоҡо ваҡытында кеше үлмәй, ә йоҡлай ғына. Мәрткә киткән кеше күҙҙәрен аса алмай, көслө хроник арығанлыҡ тоя, тирә-йүн менән һис бер төрлө лә аралаша алмай, бер нәмә лә ишетмәй. Әлеге халәт йоҡоға оҡшаған. Кеше ҡулын, аяғын ҡыбырҙата алмай. Мәрткә киткән кеше, ике, өс көн, айҙар, йылдар буйы был халәттә булырға мөмкин.
     Мәрткә китеү (летаргик сон) тураһында боронғо заман әкиәттәрендә лә һөйләнелә. 100 йыл йоҡлағандан һуң, принц үпкәнгә терелгән принцесса тураһында әкиәтте күбебеҙ хәтерләйҙер. Мәрткә китеү астраль кәүҙәнең (кешенең йәне) физик торошонан айырылыу. Ул бик көслө психик үҙгәрештәр, кәүҙәнең көслө физик ауыртыуҙары арҡаһында булырға мөмкин. Тик астраль кәүҙә физик тороштан айырылғанда, улар араһында бәйләнеш өҙөлмәй. Теләһә ҡайһы ваҡытта кешенең тәненә йәне кире ҡайтырға мөмкин.

     Кешенең йәне генә түгел, хатта уйы ла материа формаһына әйләнә ала тиҙәр бит. Әле уйлаған уйҙарыбыҙ ҡайҙалыр өҫтә бер ерҙә йыйылып килгәненә ике яҡ яурында ғәмәлдәребеҙҙе яҙып ултырған фәрештәләр шаһит. Кешенең йәнеме әллә уйымы осоп йөрөп килә тигәнгә, үҙем һынап ҡараған хәлдән дә әйтә алам. Элек йәш саҡтарҙа китаптарҙың ниндәйен генә уҡылманы, ҡара һәм аҡ магия ла, тәндән йәнде нисек сығарып осоп килергә тигәндәре лә ҡалманы. Ул ваҡыттарҙа ауыл һайын йөрөп кешеләрҙе ҡулдарының көсө менән дауалаусылар, күрәҙәселек ҡылып кәсеп иткәндәр булды. Беҙҙең ауылға шундай бер йәш кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ килә торғайны, ҡунырға торлаҡ биргән әхирәте менән клубҡа сыҡһалар, ауыл егеттәре өркөшөп, был ҡыҙ уйҙы уҡый тип ҡасалар ине. Шул ҡыҙ менән дуҫлашып киттем һәм бер төн уйым менән ул йоҡлаған бүлмәне, һәр нәмәһен баш хәтеренән үткәреп, үҙемде нур итеп, шул ҡыҙҙы һаҡлау маҡсатынан урата башланым. Иртәгәһенә осрашҡас был ҡыҙ мине төндә йылан быуырға маташты тимәһенме! Миңә ғәйебемде танырға тура килде, ул йылан мин инем, йылан йылында тыуғанмын. Әммә ниәтем һине башҡа бәләләрҙән ҡурсалау ине тинем. Бындай һәләттәргә һәр кем эйә тиерлек, тик беҙ ундай нәмәләргә иғтибар итмәйбеҙ, үҫештермәйбеҙ. Йәнде кәүҙәнән ихтыяр көсө менән сығарып осоу кемгәлер ауыр түгел. Ундай кешеләребеҙ әүлиәләр һәм башҡалар. Хатта мәрткә яһалма рәүештә лә китәләр. Бындай күренештәрҙе будда динендә күрергә була. Мәрттә ултырған монахтар бар.
     Мәрткә китеүҙең ике төрө бар: ауыр һәм еңел. Мәрткә киткән ваҡытта кеше үҙ аңында ҡала. Ул үҙенең эргәһендә барған ваҡиғаларҙы иҫендә лә ҡалдырырға мөмкин. Мәрткә киткән кешеләрҙең күбеһе, тауышты ишетеүҙәре, ләкин өндәшә алмауҙары тураһында һөйләгәндәре бар. Летаргик йоҡоны табиптар ауырыу тиһәләр, ә клиник үлем берәй сәбәп арҡаһында кеше һушын, аңың юғалта һәм йә үҙе, йә башҡалар ярҙамында терелә алырға мөмкин, йә иһә артынан биологик (ысын) үлем килә. Ана шул мәлдә үлем кисергән кешеләр хатта үҙ үле кәүҙәләрен ҡарап тороуҙарын, уның менән ни эшләгәндәрен, нимә һөйләшкәндәрен, эргәләрендәге йә иһә осоп ҡайтып өйҙәге туғандарын һәм дуҫ-иштәрен күргәндәре тураһында мәғлүмәт хәҙер күп.
     Мәрткә китеүҙең еңел осраҡтарында кешенең күҙ ҡабаҡтары ҡыймылдап ала, беленер-беленмәҫ кенә булһа ла һулыш алыуы беленә, ә ауыр осраҡтарында тын алыу, ҡан баҫымы бер ҙә һиҙелмәй, кешенең бер төрлө лә ауыртыуҙарға реакцияһы юҡ икән. Был осраҡта уның тереме, үлеме икәнен белеп булмай.
     Мәрткә киткән кеше төштәр ҙә күрергә мөмкин. Кемдер элекке тормошон, кемдер невроздарын иҫкә төшөрә. Барыһы ла кешенең баш мейендә бара. Һәм йыш ҡына мәрткә китеп, уянған кешеләр башында булған хәлде теге донъя менән бәйләй. Теге донъяла булып ҡайттым тип уйлай. Кешенең йәне сығып үҙен ҡарап тороуы хаҡында күп тапҡырҙар ишеткәнебеҙ бар бит. Был турала онколог-табип Лонг Джеффри «Доказательство жизни после смерти» китабында ла клиник үлемдең йөҙләгән осрағы тураһында яҙа. Шулай уҡ доктор Моуди Рэймонд «Жизнь после жизни» китабын һәм башҡа бик күп бөгөнгө фән ғалимдарының яҙған ғилми тикшеренеүҙәренән уҡырға була. Был китаптар үткән быуаттың 90-се йылдарында уҡ сыҡты, хәҙер интернеттә лә табырға була.
     Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа мәрткә киткәндәр һәм күп йылдар буйына йоҡлаған кешеләр тураһында тарихта күп яҙылған. Беҙҙең генә илде алайыҡ: шуларҙан иң оҙаҡ йоҡлаусыһы — Надежда Лебедина тигән ҡатын. Ул 20 йыл ғүмерен йоҡлап уҙҙырған. Ул 1954-се йылда мәрткә китеп (үҙе 1920-се йылда тыуған) бары тик 1974-се йылда ғына уянған. Әсәләре үлгән көндө был ҡатын иҫенә килә, йәшле күҙҙәрен асып ҡарап ята һәм һеңлеһе Валянан: “Әсәй бөгөн үлдеме ни?”, — тип һорай. Баҡһаң, оҙаҡ йоҡлап ятҡан кешенең ҡайһы берҙәре бөтәһен дә ишетеп ята, тауыштарҙы айыра, эргәләге кешеләрҙең һөйләшкәндәрен аңлап ята икән. Табибтар уның сәләмәтлегендә бер ниндәй ҙә тайпылыш күрмәһәләр ҙә 5 йылдан ул вафат була.
     Үзбәкстандан Нәзирә Рөстәмова тигән ҡатын да 16 йылға мәрткә китә. Уянғас уның кешеләрҙең уйҙарын уҡый белеү һәм дауалау һәләте барлыҡҡа килә. Нәзирә мәрткә киткәндә уға бары 4 йәш була. Атай-әсәй ҡыҙҙарын үлде тип уйлап, ерләйҙәр. Ләкин шул уҡ төндә улар төш күрә: улар хаталанғандар, ҡыҙҙарын тереләй күмгәндәрен аңлайҙар. Ҡыҙҙы ҡаҙып алып, Ташкенттағы фәнни тикшеренеүҙәр үҙәгенә алып баралар һәм унда ҡыҙ 16 йыл йоҡлай. Шуныһы ғәжәп, уяныуға ул бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ атлап китә һәм үҙенең быға тиклем элек мәрхүм ата-бабалары менән аралашып төшөндә йәшәгәнлеген әйтә.
     Статистика буйынса, эмоциональ булған ҡатын-ҡыҙҙар ниндәйҙер киҫкен сәбәп (стресс) арҡаһында мәрткә йышыраҡ китә икән. Норвегияла йәшәгән Августина Леггард бала тапҡан саҡта йоҡоға тала һәм 22 йылдан һуң уяна. Ул эргәһендә йөрөгән инде ҙурайып бөткән ҡыҙынан сабыйын килтерергә ҡуша, оҙаҡ ҡына ваҡыт йоҡлап ятыуына, ҡыҙҙың ҙурайып бөтөп, уны тәрбиәләп йөрөүенә бөтөнләйгә ышанмай...
     Мәрткә киткән киткән бер йәш ҡатын һөйләүенән: Унда атайымды осраттым. Ул: «Ни эшләйһең бында», — тип ҡашын йыйырҙы. «Һиңә әле ваҡыт етмәгән», тип әйтте. Атай, ҡайтаһым килмәй бит, бында шундай рәхәт, тинем. Ул башын ғына һелкене. Әйләнеп китә башланы. Мин артынан йүгерҙем. Ул йырағая барҙы. Йүгерәм, йүгерәм, ҡыуып етә алмайым. «Атай» тип асырғаланып ҡысҡырҙым. Тауышым шул тиклем әкрен, бышылдаған кеүек сыҡты. Ул туҡтаны. Кире боролдо. Әсәйең килер тиҙҙән, ә һиңә бында урын юҡ, ваҡытың етһә килерһең тине.
     Икенсе берәүҙең тарихы: Наркозда булған бер пациент табибҡа, мин һеҙҙе өҫтән күҙәтеп торҙом, тип, уның операция ваҡытында нимәләр эшләүен һөйләп бирә. Быға оҡшаш хәлде бер танышым үҙемә лә һөйләгән ине. Үҙе, — ҡатыны һәм ике йәшлек балаһы менән автоһәләкәткә осрағандар. «Өҫтән тәнемде ҡара пакетҡа һалып ябып ҡуйыуҙарын күрҙем. Балам да үҙем янында ине, беҙҙе болоттар йыйылып килеп ҡыҫып алды ла өҫкә күтәреп алып киттеләр. Бер ҡапҡанан балам инеп китте, мин ҡалдым. Шунда күкрәгемдә бик ҡаты ауыртыу тойоп уянып киттем. Ул ваҡытта мине моргта скальпел менән яра башлаған булғандар», – тип һөйләне ул. Ҡатынығыҙҙы ҡотҡарҙыҡ, балағыҙҙы алып ҡала алманыҡ, тигәндәр уға.
     Клиник үлем һәм мәрткә китеүселәр тураһында үҙ арала ла ишетеп торабыҙ. Минем еңгәйемдә бала тапҡанда, наркозды саманан артыҡ биреүҙәре арҡаһында осоп киттем тип һөйләгәне. Шундайыраҡ хәлдәрҙе кисергәндәрҙең күбеһе шул ваҡытта үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе һөйләп бөтөнләй шаҡ ҡатыра. Коридор эсендә йөрөгән һымағыраҡ таусирләп берәй ишеккә йә иһә берәй тоннель эсенән ғәжәп бер нурға, яҡтылыҡҡа осоп барғандарын, вафат булған туғандарын күреүҙәрен, һәм операция өҫтәлендә ятҡан тәндәрен күреп, кире шул кәүҙәләренә осоп төшөүе тураһында һөйләгәндәр аҙмы? Һәм бик күптәр ошо хәлдәрҙән һуң дингә килә. Мәрткә китеү һәм клиник үлем ваҡытындағы ғәләмәттәр диндә нисек аңлатыла? Аллаһ Тәғәләнән, Ҡөръәндә бының тураһында һүҙ бармы?
     Әсәйебеҙ үләр алдынан мәрткә китте, — тип һөйләй урыҫ ҡатыны. — Ул ағайым тәрбиәһендә ине. Хәле насарланғас, миңә хәбәр иттеләр. Әсәйем өс көн буйына мәрткә китеп йоҡланы. Уның кейеме көнөнә әллә нисә тапҡыр манма һыу булды, алмаштырып торҙоҡ. Өс көндән һуң уянды, күҙҙәрендә аңлатып бөтөрә алмаҫлыҡ ҡурҡыу бар ине. Барлыҡ көсөн йыйып әйткән беренсе һүҙе: “Балаҡайҙарым, Хоҙай ҡушҡанса йәшәгеҙ!" тине. Һуңынан әсәйебеҙ, миңә тамуҡты күрһәттеләр, тип һөйләне. Ул аҡылдан яҙмаған, бар нәмәне асыҡ хәтерләй, барыбыҙҙы ла таный-белә ине.
     — Уның һөйләүенсә, ул өс көн буйына тамуғты һәм ундағы кешеләрҙең бик ныҡ ғазапланыуҙарын күргән. Беҙҙең һорауҙарға бер нисек тә яуап бирә, тасуирлап аңлата алманы, был тиклемде аңлатып бөтөрөрлөк түгел ти, унда шул тиклем хәсрәт, һыҡраныу, ғазапланыу, тип ҡалтыранырға тотона ине. Күҙҙәрендә — ныҡ ҡурҡыу. Бер туҡтауһыҙ Хоҙайға ялбарыуҙары. Хәлен белергә ингән бөтә күрше-күләнгә, таныш-белештәргә, туғандарға: “Гонаһ йыймағыҙ, тәүбәгә килегеҙ, ҡылған насарлыҡтары өсөн Хоҙайҙан ғәфү һорағыҙ, зинһар өсөн Аллаһы ҡушҡанса йәшәгеҙ!"— тип ҡабатланы. Беҙгә лә мөмкин булған тиклем әлеге хәлде кешеләргә күберәк һөйләргә, киҫәтергә, дөрөҫ йәшәргә өндәргә ҡушты. Беҙ үҙебеҙ урыҫ милләтенән, христиандарбыҙ, әммә әсәй кешеләрҙе дине буйынса айырмаҫҡа ҡушты, барыбыҙ ҙа Аллаһ ҡаршына киләбеҙ, ә ул берәү генә, тине. Уянғандан һуң өс көн йәшәне лә мәңгелеккә китеп барҙы. Әйтерһең дә Хоҙай Тәғәлә уны беҙҙең күҙҙәрҙе асыр өсөн, беҙҙе тағы бер тапҡыр киҫәтер өсөн өс көнгә булһа ла донъялыҡҡа ебәргән.
     Ҡөръәндә һәм Пәйғәмбәребеҙ хәҙистәрендә мәрт һәм клиник үлем тураһында тура мәғлүмәт күрмәйбеҙ. Шулай ҙа Ҡөръәндә биш урында Аллаһы Тәғәләнең кешенең йәнен алып, был донъяла уҡ терелтеүе тураһында әйтелә. «Бәҡара» сүрәһендә шундай аят бар: берәү Аллаһтан, Һин беҙҙе нисек терелтәһең, тип һорай, Аллаһ шул кешене үлтерә һәм 100 йылдан ҡабат терелтә. Аллаһ: Теге донъяла күпме булдың тип һорағас, был әҙәм бер-ике көн, тип әйтә. Ысынлыҡта 100 йыл уҙған була.
     Бәни Исраил ҡәүемендә лә быға оҡшаш тарихи ваҡиғалар булыуын беләбеҙ. Был үлтереп терелтеү осрағы клиник үлем менән бәйле түгел. Кеше ысынлап та үлә һәм Аллаһ уға йәнен яңынан ҡайтара.
     Изге Ҡөрьәндә, йоҡоно — үлем менән, ә уяныуҙы Хисап Көнө иртәһе менән сағыштырып хәбәр итә: «Төндәрен һеҙҙе (ваҡытлыса) үлтергән дә (йоҡлатҡан), көндөҙҙәрен нимә ҡылғанығыҙҙы белгән дә, иртәләрен, һеҙгә тигән ғүмерҙе дауам итер өсөн, йәнегеҙҙе тәнегеҙгә ҡайтарып терелткән дә (уятҡан да) — Аллаһтыр. Һуңынан Уның хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. Һуңынан Ул донъяла ҡылғандарығыҙ тураһында хәбәр бирәсәк» (Әнғәм (Мал-тыуар), 60).
     Йоҡо мәлендә кешенең эске ағзалары үҙенең эшмәкәрлеген дауам итә, ә нервы системаһы һәм психика өлкәһе функциялары түбәнәйә. Йоҡо менән үлем араһында айырма шунда: йоҡо мәлендә нәфсе тәндә ҡала, ләкин ике осраҡта ла рух тәнде ташлап китә. Уянғас, кешенең йоҡо мәлендә тотҡарланып торған нервы системаһы һәм психика өлкәһе үҙ эшен артабан дауам итә.
     Ҡөръәни Кәримдең «Мәмерйә» сүрәһендә йәш егеттәрҙең (3-ме — 7-ме?) һәм уларға эйәргән бер эт, мәмерйәлә йәшеренеп, 300 (309) йыл йоҡлауҙары тураһында һөйләнелә. Быны беҙҙә, мәрткә китеү, тиҙәр. Клиник үлемме был, түгелме – уныһын әйтә алмайбыҙ, һәр хәлдә, шундай халәттә булғандар улар. Фәнни яҡтан әле ул асыҡланмаған. Шулай ҙа йоҡо менән биологик үлем араһында үҙенсәлекле хәл барлығын беләбеҙ.
    Әлеге сүрәләге был егеттәр христиан, йәғни Ғайса ғәләйһис сәләм дине тарала башлаған урында йәшәйҙәр. Әлеге диндәге халыҡты эҙәрлекләй башлағас, ғазапҡа дусар булған был йәштәр бер кисте ҡаланан сығып ҡасалар. Улар артынан бер эт тә эйәрә. Егеттәр тау башына менеп, шундағы тау ҡыуышына инеп йәшеренә һәм шунда ятып йоҡлайҙар. Эт тә йоҡлай. Бер ваҡыт уянып, тороп ултыралар. «Күпме йоҡланыҡ икән?» — тип аптырашта ҡалалар. Береһе әйтә: «Бер көн барҙыр», — тип әйтә. Икенсеһе: «Бер көндән күберәктер», — тип әйтә. Ашағылары килгәс, аҡса йыйышып, араларынан береһен ризыҡ алырға ебәрәләр. Егет тауҙан төшөп ҡалаға бара, кибеткә инә. Аҡсаһын һуҙып, аҙыҡ-түлек алырға маташа. Һатыусы аҡсаны күрә лә: «Был аҡса ҡулланылышта йөрөмәй. Ҡайҙан алдың?» — һорай. Был егет ғәжәпләнеп: «Ни эшләп йөрөмәһен?! Әле кисә генә ҡулланылышта ине бит», — яуап бирә. Тикшереү һөҙөмтәһендә был аҡсаның 300 йыл инде ҡуланышта түгел икәнлеген асыҡлана. Шулай итеп егеттәрҙең 300 (309) йыл йоҡлауы билдәләнә. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәни Кәримдә: «Уларҙың йоҡлағандарын күргән булһағыҙ, ҡурҡыуығыҙҙан сығып ҡасыр инегеҙ», — тип әйтә. Егеттәр йоҡонан уянғанда, ҡала христиан динен ҡабул иткән була. Был хәл тураһында ишеткәс, уларҙы күрергә бөтә халыҡ йыйыла. Егеттәр һөйләшергә тип кире мәмерйәгә инәләр һәм бөтәһелә шул миҙгелдә вафат булалар. Оҙайлы мәрткә китеп торғандан һуң, уянғас, кеше оҙаҡ йәшәй алмай. Был — Аллаһы Тәғәләнең бер мөғжизәһе. Ул әлеге егеттәр аша, үлгәндән һуң, кешеләрҙең терелеүгә ышанмаусыларға Үҙенең ҡөҙрәтен күрһәтә. Мәрткә китеү ҙә — әҙәм балаһы өсөн һынау, дәрес, һабаҡ. «Мәмерйә» сүрәһендә тасүирланған хәл-ваҡиға Иордания иленең Оман ҡалаһы ситендә була.
     Мәрткә һәм клиник үлем кисереүселәрҙең үҙҙәре кисергән хәлдән һуң дингә инеүҙәре билдәле. Был хәлдәр әҙәм балаһына бер һабаҡ. Беҙгә килгән ауырыуҙарҙа һәм клиник үлемде Аллаһтың бер рәхмәте тип әйтергә була. Мәрткә китеүселәр араһында ахирәтте, йәннәт-йәһәннәмде күреүселәр ҙә бар. Башҡа төрлө заттар, әруахтар менән дә күрешеп һөйләшеүселәр бар. Шуны аңлап тура юлға баҫырға бер сәбәп тә булырға мөмкин. Миңә сират күперен күрһәттеләр. Тамуҡ, йәннәт баҡсаһын, кәүҫәр шишмәһен күрҙем. Уянғанда ҡайһы бер сүрәләрҙе инде ятҡа белә инем, тигәндәрҙе лә ишетергә тура килә. Бында ғәжәпләнергә урын юҡ. Бөгөнгө матбуғат сараларында хәреф танымаған 4-7 йәшлек балаларҙың Ҡөръән Кәримде биш-алты сит телдә яттан уҡыуҙарын беләбеҙ. Әллә ниндәй мөғжизә һәм ғәжәп хәлдәр тураһында ишетәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә һәр нәмәгә ҡөҙрәтле.
     Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: «Йоҡо – үлемдең туғаны…» (Әхмәт бин Ханбәл, Китабуз-Зуһд, 43). Үлем һулышын тойоу өсөн, мәйеттәрҙе күреү мотлаҡ түгел, йоҡоң хаҡында тәрән уйланыу ҙа етә. Йоҡлағанда кәүҙәнән йәндең айырылып сығыуы, әммә йән кендек менән бәйләнештә ҡалыуын, тәнгә кире ҡайтҡаны билдәле. Йән оса ла, кире үҙенең кәүҙәһен ҡайта. Йән менән тән араһында бәйләнеш һаҡлана.
     Ошо ахират донъяһы, үлгәндән һуң да тормош дауам итәсәге тураһында һөйләгәндә, был мәрткә киткән кешеләрҙең төшөлөр йәки һаташыуҙары, йә иһә уйҙырмаһылыр тип әйтеүселәр булырҙар. Ҡайһы берәүҙәр теге донъяға барып ҡайтҡан кеше юҡ әле, тип әйтергә яраталар. Уларға яуап итеп Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең ысынлап та ахирәттә булып та ҡайтҡанын еткерәбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм Миғраж кисәһендә Мәккәнән Иерусалимға күсә һәм унан ете ҡат күккә күтәрелеп, ахирәткә сәйәхәт яһай. Кемдер уны тәне менән түгел, йәне менән генә барған, имеш тиҙәр. Кемдер, төшөндә булған, ти. Юҡ. Тәне һәм йәне менән сәйәхәт итә ул унда. Йәннәткә лә, йәһәннәмгә ла инеп ҡарай. Иң яҡшы космик корабль менән айға менер өсөн өс тәүлек кәрәк. Ҡояшҡа менеп етер өсөн тиҫтәләгән йылдар кәрәк. Ә Пәйғәмбәребеҙ ете ҡат күккә осоп, Аллаһы Тәғәлә менән һөйләшеп, Мәккәгә кире ҡайтҡанда, уның йоҡо урыны һыуынмаған була. Быны бер кем дә кире ҡаға алмай. Уға ышанмаусы кешеләр Мәккә мөшриктәре кеүек була. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм уларға ғүмерендә күрмәгән ҡаланы теүәлләп һөйләп биргәс, беҙҙең иң яҡшы дөйәләрҙән торған каруан Мәккәнән Иерусалимға бер ай бара, бер ай ҡайта, ә һин бер төндә барып ҡайттым тиһең, тип әйтәләр уға мөшриктәр. Был уйҙырма түгел, уның тураһында тиҫтәләгән хәҙис бар. Шунда барып ҡайтҡас, Пәйғәмбәребеҙ көлмәй башлай, йылмая ғына. Йә рәсүлулла, элек көлә инегеҙ, һеҙ әле һеҙ хәҙер ни эшләп көлмәйһегеҙ, тип һорағас унан, ул, мин йәһәннәмде күрҙем, һеҙ уны күрһәгеҙ, ғүмер буйы илар инегеҙ, тип әйткән.
     Был ваҡиға нисегерәк була һуң? Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм төндә Мәккәлә йоҡлап ятҡанда, уны фәрештә Джәбраил ғәләйһиссәләм уята ла йәшен тиҙлегендәге бураҡ тигән атҡа ултыртып, Иерусалимға ебәрә. Етенсе ҡат күккә күтәрелә, унда пәйғәмбәрҙәр менән күрешә. Мәккәгә кире ҡайтҡас, Мәккә мөшриктәренә Иерусалимға барғанды ғына һөйләйем, күккә менгәнде һөйләһәм, бер ҙә ышанмаҫтар, тип уйлай. Мөшриктәр, шулай булғас, Иерусалим ҡалаһын һүрәтләп бир, тиҙәр. Баҙарҙарың ҡайҙалығын, урамдары тураһында һорашалар. Пәйғәмбәр Иерусалимдә төндә Аҡса тигән мәсеттә намаҙ уҡығанын, тегеләрҙең һорағандарын һүрәтләп бирә. Аҙаҡ пәйғәмбәр миғражынан һуң иртәнсаҡ Аҡса мәсетенә килгән кешеләр бикле ишектәрҙең асыҡ икәнен күрәләр. Һәм һорауға: Беҙҙең Иерусалимдан ҡайтып килгән каруан ҡайҙа инде хәҙер, нисә көндән ҡайтып еттә, тип тә һорағандарына ла яуап бирә. Ысынлап та каруан да, өс көндән ҡайтып етә.
     Ана шуға мөшриктәрҙән булмайыҡ. Мөшрик «ширк» һүҙенән сыҡҡан. Ширек – Аллаһыға кемде йәки нимәне лә булһа тиңдәш оҡшаш тотоу, Аллаһынан башҡаға ғибәҙәт ҡылыу. Мөшриктәр Аллаға ышана, әммә башҡа төрлө потҡа табыналар. Беҙҙең донъяла улар бик күп. Аллаһҡа ышанам ти, әммә гороскопҡа таяна. Ырым-шырымдарға ышана. Был бәләкәй ширек була. Оло ширк – Аллаһ урынына икенсе бер әйбергә табыныу. Бөгөн Аллаһты алыштырыусы әйберҙәр күп, аҡса, донъя ләззәттәре. Үкенескә ҡаршы, халыҡ шуларға табына башланы.
     Мәрткә китеп йәки клиник үлемде кисергән кешеләрҙең һүҙҙәренән сығып: мин теге донъяға киткән кешеләрҙе күрҙем. Улар бер-бер артлы әллә ҡайҙа баралар ине. Шуларға эйәреп бара башланым. Бөтә ер ап-аҡ. Тыныс. Күңелем бик тыныс ине. Донъяла шундай тынлыҡ тойғаным булманы. Миңә рәхәт ине. Мин тирә кешеләремдең хыянаты тураһында, бөтә проблемалар тураһында ла уйламаным тигәндәренән сығып кеше үлем еңел икән, Ҡөръәндә, хәҙистәрҙә һөйләнгәнсә, Ғазраил фәрештәлә килеп ултырмай, йәнде алыуы ла ауыр түгел икән тип хаталаныуы мөмкин. Ни өсөн тигәндә, клиник үлем кисереүселәр унда рәхәт, йәннәт кеүек тыныс ине, бында ҡайтаһы ла килмәй тип әйтә. Шул һүҙҙәргә алданып, еңел үлем була тип тынысланырға кәрәкмәй. Кешенең ысын үлеме башҡа халәттә була. Уның тураһында бер кем дә һөйләй алмай.
     Бер сәхәбәбеҙ пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткәненән сығып, ысын үлем ошолайыраҡ була тигән: «Дөйәне энә күҙе аша тартып алған һымаҡ йәнде лә шулай тартып аласаҡтар тигән, йәки һарыҡ йөнөнә йәбешкән дегәнәкте сүпләгән һымаҡ».
     Ошо ергә өс көнгә генә ҡунаҡҡа килгәнең икән, ҡунаҡ булғас, тыйнаҡ булырға кәрәк ине лә бит, әммә ҡайһы берәүҙәр ҡомһоҙлана, байлыҡ артынан ҡыуа, кеше ғаиләләрен боҙа, эскеселеккә һабыша, ғүмерҙәрҙе ҡыя. Шунан тотабыҙ ҙа, тормош ҡатмарлы, йәшәүе бигерәк ауыр, тип зарланабыҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙгә нисек йәшәргә кәрәклеген Ҡөръәндә ап-асыҡ итеп яҙған. Ҡөръәнде йышыраҡ уҡыһаҡ, ҡолаҡ һалһаҡ, унда һәр һорауға яуап табып була. Тормош ҡатмарлы түгел, йыш осраҡта беҙ уны үҙебеҙ ауырайтабыҙ һәм унан сығыу юлын таба алмай интегәбеҙ. Ваҡытлыса йәшәйешебеҙҙәге ошондағы ғәжәп ваҡиғалар юҡҡа ғына түгелдер бит. Аллаһ беҙҙе уйландырһын һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итһен ине.
     Ҡөръәндә әйтелә: «Аллаһ, кеше үлгәндә, уның йәнен алыр. Иҫәндәр йоҡлағанда, Аллаһ уларҙың рухын үҙенә алып торор. Шулай итеп, үлемгә хөкөм ителгәндәрҙең рухын үҙ янында ҡалдырыр. Йоҡолағыларҙың йәнен мәғлүм бер ваҡытҡа саҡлы тәндәренә кире ҡайтарып торор. Шик юҡ, фекер йөрөтөүселәр өсөн бында ҡәтғи ғибрәттәр бар» (әз-Зүмәр (Халыҡ төркөмө), 42).
     Изге аят йоҡоноң үлем менән оҡшашлығын асып һала. Мәйетте кәфенгә ураған кеүек, төн дә кешеләрҙе ҡараңғылыҡ япмаһы менән урай. Һәр мосолман кешеһе, иртән торғас, «Әлхәмдү лилләәһилләҙии әхйәәнәә бәғдә мә әмәәтәнәә үә иләйһил-бәғҫү үән-нушүр» тип доға ҡылһын. Уның тәржемәһе: «Беҙҙе үлгәндән һуң терелтеүсе Аллаһыға маҡтау булһын! Үлгәндән һуң терелтеү Аллаһтандыр, кире ҡайтыу ҙа Уғалыр». Ошо доға беҙгә йоҡоның үҙенә күрә бер үлем булыуына дәлил булып тора. Ғалимдар, йоҡлаған ваҡытта ла кешенең йәне тәненән сыға, тиҙәр. Әммә шуны аңларға кәрәк: йән бер нисә өлөштән тора. Йоҡлағанда, уның бер өлөшө сыҡһа, клиник үлем кисергәндә, тағы ла күберәк өлөшө, ә биологик үлем ваҡытында ул бөтөнләйе менән сығып китә.
     Ҡәбер ғазаптары күрһәтмәһәң ине, тип доға ҡылыуыбыҙҙың мәғәнәһенә төшөнәйек. Үҙебеҙгә ҡараңғы гүрҙә яңынан терелеп, тамуҡ ғазаптарын кисерергә яҙмаһын. Был донъяла Аллаһ ҡушҡанса йәшәп, әжәлдәребеҙ еткәс, мәңгелек йортобоҙға ҡайтасағыбыҙҙы тураһында онотмаһаҡ ине.